2 Chronicles 28:9 — Compare Translations

1 translations compared side by side

Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
Унда Раббы пәйғәмбәре йәшәгән була, исеме – Ғодед. Ул, Самарияға ҡайтып килгән ғәскәр ҡаршыһына сығып, былай ти: – Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы, йәһүҙиҙәргә асыуланып, уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, ә һеҙ уларҙы күктәргә олғашырлыҡ нәфрәт менән ярһып ҡырҙығыҙ.