Matthew 13:23 — Compare Translations
2 translations compared side by side
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.