bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Jeremiah 13
Jeremiah 13
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 12
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 14 →
1
Раббы миңә былай тине: – Бар, үҙеңә етен билбау һатып алып билеңә быу, ләкин уны һыуға тейҙермә.
2
Мин, Раббы ҡушҡанса, билбау һатып алып, билемә быуҙым.
3
Шунан миңә тағы Раббы һүҙе булды:
4
– Һатып алып билеңә быуған билбауыңды ал да юлға сыҡ. Евфрат йылғаһына бар ҙа билбауҙы ундағы берәй ҡая ярығына йәшереп ҡуй.
5
Мин Евфратҡа барҙым да, Раббы бойорғанса, билбауҙы йәшереп ҡуйҙым.
6
Байтаҡ көндәр үткәндән һуң, Раббы миңә: – Тор, Евфратҡа бар ҙа Мин һиңә йәшереп ҡуйырға ҡушҡан билбауҙы ал, – тине.
7
Мин, шунда барып, үҙем йәшереп ҡуйған урындан билбауҙы ҡаҙып алдым. Тик ул серегән, бер нәмәгә лә ярамаҫлыҡ булып ҡалғайны.
8
Шунда миңә Раббы һүҙе булды.
9
– Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм.
10
Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.
11
Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».
12
– Һин, Йермеяһ, уларға еткер, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һәр турһыҡҡа шарап тултырылырға тейеш». Улар һиңә: «Әллә беҙ һәр турһыҡҡа шарап тултырылғанын белмәй тиһеңме?» – тип әйтһә,
13
уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.
14
Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».
15
Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.
16
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
17
Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.
18
«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».
19
Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.
20
Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?
21
Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?
22
Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.
23
«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.
24
Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай, Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен.
25
Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.
26
Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.
27
Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»
← Chapter 12
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 14 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52