bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Exodus 27
Exodus 27
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 26
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 28 →
1
Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын.
2
Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә.
3
Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.
4
Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһа һәм уның дүрт мөйөшөнә дүрт баҡыр дүңгәләк беркет.
5
Рәшәткәне ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығыт.
6
Ҡорбан усағы өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы баҡыр менән көплә.
7
Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, ошо ҡолғалар дүңгәләктәргә кейҙерелер.
8
Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһа. Ул һиңә тау башында күрһәтелгәнсә эшләнһен.
9
Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон.
10
Шаршауҙар өсөн егерме бағана яһалһын, бағаналарҙың төптәре баҡырҙан, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөштән булһын.
11
Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булһын, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалһын. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән булһын.
12
Ихатаның көнбайыш яғына илле терһәк оҙонлоғондағы шаршауҙар эленһен. Улар өсөн ун бағана менән ун төп эшләт.
13
Көнсығыш яҡтан да ихатаның киңлеге илле терһәк булһын.
14
Ихата ҡапҡаһының бер яғындағы шаршауҙар ун биш терһәк оҙонлоҡта булып, улар өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленһен;
15
икенсе яғында ла шаршауҙарҙың оҙонлоғо ун биш терһәк булып, улар ҙа өс төпкә ҡуйылған өс бағанаға эленһен.
16
Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.
17
Ихата әйләнәһендәге бөтә бағаналарҙың да беркеткестәре һәм ырғаҡтары көмөштән, ә бағана аҫтындағы төптәр баҡырҙан булһын.
18
Ихатаның буйы – йөҙ, иңе – илле терһәк, сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙарҙың бейеклеге иһә – биш терһәк, бағана өсөн төптәр баҡырҙан булһын.
19
Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.
20
Исраил халҡына әмер ит: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.
21
Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.
← Chapter 26
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 28 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40