bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Exodus 5
Exodus 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 4
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 6 →
1
Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.
2
Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.
3
– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.
4
Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.
5
Шунан фирғәүен: – Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ, – тип өҫтәне.
6
Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә:
7
– Элек һеҙ кирбес һуғыр өсөн һалам бирә инегеҙ. Инде бирмәгеҙ – әйҙә, һаламды үҙҙәре эҙләп тапһын, – тип бойорҙо. –
8
Ә кирбесте әүәлге күләмдә һуҡһындар – кәметмәгеҙ. Юҡһа улар ялҡауланды, шуға күрә «барып Аллабыҙға ҡорбан килтерәбеҙ» тип сүлгә ебәреүемде талап итәләр.
9
Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр.
10
Фирғәүен янынан сыҡҡас, ҡарап эшләтеүселәр менән мөдирҙәр халыҡҡа барып: – Фирғәүен бынан ары һеҙгә һалам бирмәҫкә ҡушты, – тип белдерҙеләр. –
11
Һаламды үҙегеҙ ҡайҙан табаһығыҙ, шунан алығыҙ, кирбесте элеккенән кәм һуҡмағыҙ.
12
Шул көндән башлап исраилдар, тотош Мысыр буйлап йөрөп, һалам урынына баҫыуҙан ҡамыл йолҡа башланы.
13
Ҡарап эшләтеүселәр иһә: – Кирбесте көн һайын һаламығыҙ бар саҡтағы күләмдә һуғығыҙ, – тип талап итте.
14
Фирғәүендең ҡарап эшләтеүселәре Исраил халҡынан булған мөдирҙәрҙе: «Ниңә һеҙ кисә һәм бөгөн көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын элекке күләмдә һуҡмайһығыҙ?» – тип туҡмай башланы.
15
Исраилдарҙан булған мөдирҙәр фирғәүенгә ялыу итергә китте: – Ниңә һин беҙ ҡолдарың менән шулай итәһең?
16
Беҙ ҡолдарыңа һалам бирмәйҙәр, ә кирбес һуғырға ҡушалар! Беҙ ҡолдарыңды туҡмайҙар! Былай ҡыланып, һинең кешеләр үҙ өҫтөнә ғәйеп ала, – тинеләр.
17
Фирғәүен иһә: – Һеҙ артыҡ ялҡауланып киттегеҙ, шуға ла: «Әйҙә, Раббыға барып ҡорбан килтерәйек», – тиһегеҙ.
18
Барығыҙ, эшләгеҙ! Һеҙгә һалам бирмәйәсәктәр, ә кирбесте элек күпме һуҡҡанһығыҙ, әле лә шул тиклем һуғырға тейешһегеҙ, – тине.
19
«Көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын кәметмәгеҙ» тигәнде ишеткәс, мөдирҙәр иңдәренә төшкән бәләне аңланы.
20
Фирғәүен янынан сыҡҡас, үҙҙәрен көтөп торған Муса менән Һарунға:
21
– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.
22
Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең?
23
Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.
← Chapter 4
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 6 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40