bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Genesis 39
Genesis 39
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 38
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 40 →
1
Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды.
2
Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.
3
Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.
4
Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.
5
Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы.
6
Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
7
Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт: – Әйҙә, минең менән ят, – тине.
8
Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы.
9
Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?
10
Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы.
11
Бер көндө Йософ үҙ эше менән хужа йортона инде. Өйҙә бер кеше лә юҡ ине.
12
Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы: – Ят минең менән, – тине. Әммә Йософ, кейемен уның ҡулында ҡалдырып, йорттан йүгереп сығып китте.
13
Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап ҡасҡанын күрҙе лә,
14
хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.
15
Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.
16
Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы.
17
Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне: – Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне.
18
Әммә мин ҡысҡыра башлағас, кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты.
19
Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Йософтоң хужаһы асыуынан шартлай яҙҙы.
20
Ул Йософто тотоп алып батша тотҡондары бикләнгән зинданға ябырға бойорҙо.
21
Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.
22
Төрмә башлығы Йософто бөтә тотҡондар өҫтөнән күҙәтсе итеп ҡуйҙы. Тотҡондарға Йософ етәкселек итә башланы.
23
Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы.
← Chapter 38
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 40 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50