bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Genesis 40
Genesis 40
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 39
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 41 →
1
Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны.
2
Фирғәүен был һанаттарына – баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксегә – бик ныҡ асыуланды ла
3
уларҙы һаҡсылар башлығы йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған зинданға ябырға ҡушты.
4
Һаҡсылар башлығы Йософто уларға хеҙмәтсе итеп тәғәйенләне. Улар шулай бер ни тиклем ваҡыт зинданда бергә булдылар.
5
Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине.
6
Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел икәнен күрҙе.
7
Йософ үҙе менән бергә һаҡсылар башлығының өйөндәге зинданда ултырған фирғәүен һарайы әһелдәренән: – Ниңә бөгөн йөҙөгөҙ бик бойоҡ? – тип һораны.
8
Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.
9
Шарап ҡойоусылар башлығы Йософҡа төшөн һөйләне: – Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы.
10
Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр.
11
Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.
12
– Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул.
13
Өс көн үтер – фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп, шараплы туҫтаҡты уның ҡулына тоттороп торорһоң.
14
Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә, минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине!
15
Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!
16
Баш икмәксе төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософҡа: – Ә мин шундай төш күрҙем, – тине. – Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш;
17
өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө икмәктәр. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.
18
– Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, – тине уға Йософ. – Өс кәрзин – өс көн ул.
19
Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.
20
Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –
21
шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы;
22
ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды.
23
Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.
← Chapter 39
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 41 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50