bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 77
Psalms 77
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 76
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 67
Chapter 68
Chapter 69
Chapter 70
Chapter 71
Chapter 72
Chapter 73
Chapter 74
Chapter 75
Chapter 76
Chapter 77
Chapter 78
Chapter 79
Chapter 80
Chapter 81
Chapter 82
Chapter 83
Chapter 84
Chapter 85
Chapter 86
Chapter 87
Chapter 88
Chapter 89
Chapter 90
Chapter 91
Chapter 92
Chapter 93
Chapter 94
Chapter 95
Chapter 96
Chapter 97
Chapter 98
Chapter 99
Chapter 100
Chapter 101
Chapter 102
Chapter 103
Chapter 104
Chapter 105
Chapter 106
Chapter 107
Chapter 108
Chapter 109
Chapter 110
Chapter 111
Chapter 112
Chapter 113
Chapter 114
Chapter 115
Chapter 116
Chapter 117
Chapter 118
Chapter 119
Chapter 120
Chapter 121
Chapter 122
Chapter 123
Chapter 124
Chapter 125
Chapter 126
Chapter 127
Chapter 128
Chapter 129
Chapter 130
Chapter 131
Chapter 132
Chapter 133
Chapter 134
Chapter 135
Chapter 136
Chapter 137
Chapter 138
Chapter 139
Chapter 140
Chapter 141
Chapter 142
Chapter 143
Chapter 144
Chapter 145
Chapter 146
Chapter 147
Chapter 148
Chapter 149
Chapter 150
Chapter 78 →
1
Асафтың уйланыуҙары. Эй халҡым, тыңла нәсихәтемде, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.
2
Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.
3
Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен
4
Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.
5
Раббы Яҡупҡа күрһәтмәләрен күндергән, Исраилға ҡанун биргән. Был тәғлимәтте балаларына өйрәтһен тип, Ата-бабаларыбыҙға бойорған.
6
Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:
7
Өмөттәрен Аллаға улар бағлаһын, Алла ғәмәлдәрен онотмаһын, Бойороҡтарын бойомға ашырһын;
8
Ата-бабалары һымаҡ булмаһындар: Сөнки улар тиҫкәре, фетнәсел быуын булды; Күңелдәре тотороҡһоҙ, Рухтары Аллаға тоғро түгел ине.
9
Ана, уҡ-һаҙаҡлы Әфраим улдары Алыш көнөндә арттарына боролоп ҡасты.
10
Сөнки улар Алла менән килешеүҙе боҙҙо, Уның ҡануны буйынса йәшәүҙән баш тартты.
11
Оноттолар Уның ғәмәлдәрен, Уларға күрһәткән мөғжизәләрен.
12
Алла Мысырҙа Соған тигеҙлегендә, Ата-бабаларының күҙ алдында, Мөғжизә-хикмәттәрен күрһәтте.
13
Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты; Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо.
14
Көндөҙ болот, төндә ут яҡтыһы менән, Уларға гел юл күрһәтеп барҙы.
15
Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе.
16
Ҡая таштан шишмә урғылтты, Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты.
17
Әммә улар гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Сүлдә Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы баш күтәрҙеләр.
18
Йәндәре теләгән ризыҡ һорап, Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар.
19
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
20
Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»
21
Раббы быны ишетеп бик асыуланды, Яҡупҡа нәфрәт уты тоҡанды, Исраилға ҡарата ярһыны.
22
Сөнки Аллаға инанманылар, Ҡотҡарырына ышанманылар.
23
Алла болоттарға бойороҡ бирҙе, Күк ҡабағын киреп асты.
24
Уларға ашар өсөн майҙә яуҙырҙы, Күктең икмәген бирҙе уларға.
25
Әҙәм балалары фәрештәләр икмәген татыны; Тамаҡтары туйғансы шуны ашаны.
26
Көнсығыш елен иҫтерҙе Ул күктәрҙә, Ҡөҙрәте менән көньяҡ елен ҡуптарҙы.
27
Саң-туҙандай ит яуҙырҙы баштарына, Ҡош ебәрҙе диңгеҙҙәге ҡом ҡәҙәрле
28
Тупламдарының уртаһына, Торлаҡтарының әйләнә-тирәһенә.
29
Алҡынғанса ашанылар ҙа туйҙылар; Теләктәрен бойомға ашырҙы Алла.
30
Әммә әле күҙҙәре туйып өлгөрмәгәйне, Әле ауыҙҙарында ине иттәре.
31
Алла ҡәһәрен ебәрҙе өҫтәренә: Иң көслөләрен үлтерҙе, Исраилдың егеттәрен йығып һалды.
32
Хатта шунда ла гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Алланың мөғжизәләренә ышанманылар.
33
Алла уларҙың көндәрен мәғәнәһеҙ мәшәҡәттә, Йылдарын ығы-зығыла һәләк итте.
34
Алла ҡайһыларын үлтерһә, Шунда ғына ҡалғандар Уға ынтылыр, Йәнә Уны эҙләргә тотонор булды.
35
Алла уларҙың ҡаяһы булғанын, Юғарыларҙан Юғарының уларҙы йолоусы икәнен Иҫтәренә төшөрәләр ине.
36
Ауыҙҙары менән Уға ярамһаҡландылар, Телдәре менән ялғанды һөйләнеләр.
37
Ә йөрәктәре менән Уға берекмәнеләр, Килешеүенә тоғролоҡ һаҡламанылар.
38
Ул рәхимле – ғәйептәрен ғәфү итте; Уларҙы ҡырырға теләмәне; Күп тапҡыр асыуын йотто, Бөтә ярһыуына юл ҡуйманы.
39
Иҫтә тотто: улар тик тән генә, Улар иҫеп киткән һәм кире ҡайтмаған ел һымаҡ.
40
Нисә тапҡыр сүлдә Уға ҡаршы фетнә күтәрҙеләр, Ҡыу далала Уны күпме көйҙөрҙөләр!
41
Ҡабат-ҡабат һынанылар Алланы, Исраилдың Мөҡәддәсен рәнйеттеләр.
42
Иҫкә алманылар көслө ҡулын, Үҙҙәрен дошмандан ҡотҡарған көндө,
43
Мысырҙа күрһәткән хикмәттәрҙе, Соған тигеҙлегендә ҡылған мөғжизәләрҙе.
44
Мысырҙар һыуҙарын эсә алмаһын тип, Йылғаларын ҡанға әйләндерҙе.
45
Уларҙы күгәүендәргә емтек итте, Өҫтәренә тәлмәрйендәр ебәреп, юҡ итте.
46
Игендәрен ҡарышлауыҡтарға, Уңыштарын саранчаға бирҙе.
47
Йөҙөмдәрен борсаҡтан һуҡтырҙы, Ҡырағай инжир ағастарын боҙ ҡырҙы.
48
Малдары боҙ-борсаҡтан ҡырылды, Көтөүҙәрен йәшен һуҡты.
49
Мысырҙарҙың өҫтәренә ялҡынлы ярһыуын, Асыуын, нәфрәтен, бәлә-ҡазаларын түкте, Һәләкәт фәрештәләрен ебәрҙе.
50
Асыу-ярһыуына юл ҡуйҙы, Йәндәрен үлемдән һаҡламаны, Уларҙы үләткә дусар итте.
51
Мысырҙарҙың беренсе булып тыуған ир балаларын, Хам сатырҙарындағы ирлек ҡеүәтенең тәү емештәрен ҡырҙы.
52
Үҙ халҡын иһә унан ҡуй һымаҡ алып сыҡты, Сүлдә уларҙы көтөү һымаҡ ҡурсып йөрөттө.
53
Хәүефһеҙ алып барҙы – һис ҡурҡманылар; Дошмандарын иһә диңгеҙ йотто.
54
Уларҙы мөҡәддәс тупрағына, Уң ҡулы яулап алған тауға килтерҙе.
55
Алдарынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙы, Биләмәгә тупраҡтарын Исраил ырыуҙарына бүлеп бирҙе. Халҡын уларҙың сатырҙарына урынлаштырҙы.
56
Әммә улар Юғарыларҙан Юғары Алланы һынауҙан туҡтаманы, Уға ҡаршы баш күтәрҙе, Уның күрһәтмәләрен тотманы.
57
Ата-бабалары һымаҡ хыянат итте, һатлыҡ булдылар, Ышанысһыҙ йәйә һымаҡ бөгөлдөләр.
58
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтары менән Алланы асыуландырҙылар, Һындары менән көнсөллөгөн уяттылар.
59
Барыһын күреп-ишетеп торған Алла Исраилды бөтөнләйгә ситкә типте.
60
Шилолағы торлағынан, Кешеләр араһында ҡорған сатырҙан ваз кисте.
61
Үҙенең ҡөҙрәт-шөһрәт билдәһен Дошмандың ҡулына әсирлеккә бирҙе.
62
Үҙ биләмәһе булған халҡына асыуланып, Уны ҡылыс хөкөмөнә дусар итте.
63
Егеттәрен ялҡын ялмап йотто, Ҡыҙҙары туй йырҙарынан мәхрүм ҡалды.
64
Ҡаһиндары ҡылыстан ҡырылды, Тол ҡалған ҡатындары матәм йолаһы үткәрә алманы.
65
Әммә бер мәл бөйөк Хаким йоҡонан уянған һымаҡ, Шараптан айныған батыр һымаҡ ҡалҡты.
66
Дошмандарын тар-мар итте, ҡыуҙы, Уларҙы мәңгелеккә мәсхәрәгә батырҙы.
67
Йософтоң сатырын ситкә типте, Әфраим ырыуын һайламаны;
68
Үҙенә Йәһүҙәнең тоҡомон, Яратҡан Сион тауын һайланы.
69
Изге торлағын бейек күк кеүек ҡорҙо, Ер йөҙө һымаҡ мәңгелек итеп һалды.
70
Ҡоло Дауытты һайланы, Уны һарыҡ аҙбарынан алды.
71
Ул Дауытты һауын һарыҡтары, Ҡуйҙар көткән ерҙән алды; Үҙенең халҡы Исраилға, Биләмәһе Яҡупҡа көтөүсе итеп ҡуйҙы.
72
Дауыт уларҙы саф йөрәк менән көттө, Оҫта ҡул менән әйҙәп йөрөттө.
← Chapter 76
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 67
Chapter 68
Chapter 69
Chapter 70
Chapter 71
Chapter 72
Chapter 73
Chapter 74
Chapter 75
Chapter 76
Chapter 77
Chapter 78
Chapter 79
Chapter 80
Chapter 81
Chapter 82
Chapter 83
Chapter 84
Chapter 85
Chapter 86
Chapter 87
Chapter 88
Chapter 89
Chapter 90
Chapter 91
Chapter 92
Chapter 93
Chapter 94
Chapter 95
Chapter 96
Chapter 97
Chapter 98
Chapter 99
Chapter 100
Chapter 101
Chapter 102
Chapter 103
Chapter 104
Chapter 105
Chapter 106
Chapter 107
Chapter 108
Chapter 109
Chapter 110
Chapter 111
Chapter 112
Chapter 113
Chapter 114
Chapter 115
Chapter 116
Chapter 117
Chapter 118
Chapter 119
Chapter 120
Chapter 121
Chapter 122
Chapter 123
Chapter 124
Chapter 125
Chapter 126
Chapter 127
Chapter 128
Chapter 129
Chapter 130
Chapter 131
Chapter 132
Chapter 133
Chapter 134
Chapter 135
Chapter 136
Chapter 137
Chapter 138
Chapter 139
Chapter 140
Chapter 141
Chapter 142
Chapter 143
Chapter 144
Chapter 145
Chapter 146
Chapter 147
Chapter 148
Chapter 149
Chapter 150
Chapter 78 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66
67
68
69
70
71
72
73
74
75
76
77
78
79
80
81
82
83
84
85
86
87
88
89
90
91
92
93
94
95
96
97
98
99
100
101
102
103
104
105
106
107
108
109
110
111
112
113
114
115
116
117
118
119
120
121
122
123
124
125
126
127
128
129
130
131
132
133
134
135
136
137
138
139
140
141
142
143
144
145
146
147
148
149
150