bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 88
Psalms 88
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 87
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 67
Chapter 68
Chapter 69
Chapter 70
Chapter 71
Chapter 72
Chapter 73
Chapter 74
Chapter 75
Chapter 76
Chapter 77
Chapter 78
Chapter 79
Chapter 80
Chapter 81
Chapter 82
Chapter 83
Chapter 84
Chapter 85
Chapter 86
Chapter 87
Chapter 88
Chapter 89
Chapter 90
Chapter 91
Chapter 92
Chapter 93
Chapter 94
Chapter 95
Chapter 96
Chapter 97
Chapter 98
Chapter 99
Chapter 100
Chapter 101
Chapter 102
Chapter 103
Chapter 104
Chapter 105
Chapter 106
Chapter 107
Chapter 108
Chapter 109
Chapter 110
Chapter 111
Chapter 112
Chapter 113
Chapter 114
Chapter 115
Chapter 116
Chapter 117
Chapter 118
Chapter 119
Chapter 120
Chapter 121
Chapter 122
Chapter 123
Chapter 124
Chapter 125
Chapter 126
Chapter 127
Chapter 128
Chapter 129
Chapter 130
Chapter 131
Chapter 132
Chapter 133
Chapter 134
Chapter 135
Chapter 136
Chapter 137
Chapter 138
Chapter 139
Chapter 140
Chapter 141
Chapter 142
Chapter 143
Chapter 144
Chapter 145
Chapter 146
Chapter 147
Chapter 148
Chapter 149
Chapter 150
Chapter 89 →
1
Әзрах нәҫеленән булған Эҫандың уйланыуҙары.
2
Раббының мөхәббәтен мәңге йырлармын, Тоғролоғоңдо һәр бер быуынға Телемдән төшөрмәй һөйләрмен.
3
Әйттем: «Мөхәббәтең мәңге тотороҡло, Тоғролоғоң күктәр һымаҡ ҡаҡшамаҫлыҡ».
4
Әйттең: «Һайлаған кешем менән килешеү төҙөнөм; Ҡолом Дауытҡа былай тип ант иттем:
5
„Тоҡомоң һинең мәңгегә дауам итер, Тәхетең быуындан-быуынға күсер“».
6
Йә Раббы, мөғжизәләреңде күк данлаһын, Тоғролоғоң изгеләр йыйынында маҡталһын.
7
Сөнки кем күктә Һиңә тиңләшә алыр? Илаһи заттарҙың ҡайһыһы Раббыға оҡшаш?
8
Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
9
Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле? Тоғролоҡ Һине уратып алған.
10
Һин Хакимһың ҡоторонған диңгеҙгә, Шашынған тулҡындарҙы тынысландыраһың.
11
Һин Раһавты иҙгеләп юҡ иттең, Ҡеүәтле ҡулың менән дошмандарҙы тараттың.
12
Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке; Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың.
13
Һин бар ҡылдың төньяҡ менән көньяҡты, Тавор менән Хермон тауҙары Һинең исемеңә рәхмәт уҡый.
14
Беләгең ниндәй ҡеүәтле, Ҡулың көслө, уң ҡулың юғары күтәрелгән!
15
Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт.
16
Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы.
17
Көндәр буйы исемеңде телгә алып һөйөнәләр, Хаҡлығыңа таянып күтәреләләр.
18
Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта.
19
Беҙҙең ҡалҡаныбыҙ – Раббыныҡы, Беҙҙең батшабыҙ – Исраилдың Изгеһенеке.
20
Элек бер күренмеш аша Тоғро ҡолдарыңа былай тинең: «Бер яугиргә ярҙам иттем, Уны халыҡтан һайлап алып күтәрҙем.
21
Дауытты – ҡоломдо – таптым, Мөҡәддәс май менән мәсехләнем.
22
Ҡулым уға таяныс булыр, Беләгем уға ҡеүәт бирер.
23
Дошман уны буйһондора, Залим түбәнһетә алмаҫ.
24
Дошмандарын алдында ҡырып һалырмын, Уға нәфрәт тотҡандарҙы туҙҙырырмын.
25
Тоғролоғом, мөхәббәтем уның менән булыр, Минең исемем менән мөгөҙөн өҫкә сөйөр.
26
Уның ҡулын диңгеҙгәсә, Уң ҡулын йылғаларға тиклем һуҙырмын.
27
„Атам – Һин, – тип өндәшәсәк Миңә, – Аллам, мине ҡотҡарыусы ҡаям“.
28
Мин уны баш балам итәм, Ерҙәге бар батшаларҙан өҫтөн ҡуям.
29
Тоғро мөхәббәтем мәңгелек булыр, Уның менән төҙөгән килешеүем боҙолмаҫ.
30
Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Күктәр бар сағында тәхете лә торор.
31
Балалары ҡанунымды ташлай ҡалһа, Күрһәтмәләремә күрә йәшәмәһә,
32
Ҡағиҙәләремде боҙор булһа, Бойороҡтарымды бойомға ашырмаһа,
33
Енәйәттәрен күҫәкләп, Ғәйептәрен таяҡлап язалармын.
34
Тик уларҙы мөхәббәтемдән айырмам, Тоғролоғомдан баш тартмам.
35
Килешеүемде һис боҙмам, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙемде үҙгәртмәм.
36
Мөҡәддәслегем менән бер ҡат ант иттем, Дауытҡа ялған һүҙ бирмәм.
37
Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Тәхете хозурымда ҡояштай торор.
38
Күктәге ышаныслы шаһит булған ай һымаҡ, Ул мәңге шулай ныҡ торор».
39
Тик Һин ваз кистең, һыртыңды ҡуйҙың, Мәсихеңә бик ныҡ асыуландың.
40
Ҡолоң менән килешеүеңдән баш тарттың, Тажын саңға ырғытып бысраттың.
41
Бөтә диуарҙарын йыҡтың, Бар ҡәлғәләрен ҡыйраттың.
42
Юлдан үткән һәр кем уны талай, Күршеләре рәхәтләнеп мәсхәрәләй.
43
Уның дошмандарын көсләндерҙең, Нәфрәт тотҡандарҙы ҡыуандырҙың.
44
Ҡылысының осон үҙенә табан борҙоң, Һуғышта уға терәк булманың.
45
Уның балҡышын юҡҡа сығарҙың, Тәхетен ергә аунаттың.
46
Йәшлек көндәрен ҡыҫҡарттың, Уны мәсхәрә менән ҡапланың.
47
Йә Раббы, был ҡасанғаса дауам итер? Үҙеңде беҙҙән мәңгегә йәшерерһеңме? Ҡасанғаса ярһыуың ут һымаҡ ялҡынланыр?
48
Ғүмеремдең нисек тиҙ үткәнен иҫлә, Әҙәм балаларын бит Һин фани ҡылдың!
49
Бармы йәшәп тә үлем күрмәгән, Йәнен үлеләр донъяһынан ҡотҡарып ҡалған?
50
Эй бөйөк Хаким, ҡайҙа Һинең әүәлге мөхәббәтең? Тоғролоғоң менән Һин быны Дауытҡа вәғәҙә иткәйнең!
51
Эй бөйөк Хаким, онотма ҡолдарыңдың Нисек мәсхәрә ителеүҙәрен. Халыҡтарҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен Күңелемдә һаман йөрөтәмен.
52
Дошмандарыңдың мәсхәрә итеп көлгәнен иҫеңә төшөр, Раббы, Мәсихеңдең һәр баҫҡан эҙен хурлап торғанын.
53
Мәңгегә мөбәрәк булһын Раббы! Амин! Амин!
← Chapter 87
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 67
Chapter 68
Chapter 69
Chapter 70
Chapter 71
Chapter 72
Chapter 73
Chapter 74
Chapter 75
Chapter 76
Chapter 77
Chapter 78
Chapter 79
Chapter 80
Chapter 81
Chapter 82
Chapter 83
Chapter 84
Chapter 85
Chapter 86
Chapter 87
Chapter 88
Chapter 89
Chapter 90
Chapter 91
Chapter 92
Chapter 93
Chapter 94
Chapter 95
Chapter 96
Chapter 97
Chapter 98
Chapter 99
Chapter 100
Chapter 101
Chapter 102
Chapter 103
Chapter 104
Chapter 105
Chapter 106
Chapter 107
Chapter 108
Chapter 109
Chapter 110
Chapter 111
Chapter 112
Chapter 113
Chapter 114
Chapter 115
Chapter 116
Chapter 117
Chapter 118
Chapter 119
Chapter 120
Chapter 121
Chapter 122
Chapter 123
Chapter 124
Chapter 125
Chapter 126
Chapter 127
Chapter 128
Chapter 129
Chapter 130
Chapter 131
Chapter 132
Chapter 133
Chapter 134
Chapter 135
Chapter 136
Chapter 137
Chapter 138
Chapter 139
Chapter 140
Chapter 141
Chapter 142
Chapter 143
Chapter 144
Chapter 145
Chapter 146
Chapter 147
Chapter 148
Chapter 149
Chapter 150
Chapter 89 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66
67
68
69
70
71
72
73
74
75
76
77
78
79
80
81
82
83
84
85
86
87
88
89
90
91
92
93
94
95
96
97
98
99
100
101
102
103
104
105
106
107
108
109
110
111
112
113
114
115
116
117
118
119
120
121
122
123
124
125
126
127
128
129
130
131
132
133
134
135
136
137
138
139
140
141
142
143
144
145
146
147
148
149
150