bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 19
Isaiah 19
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 18
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 20 →
1
Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.
2
«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.
3
Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.
4
Мысырҙарҙы аяуһыҙ хаким ҡулына тапшырырмын. Улар менән ҡаты бәғерле батша идара итер». Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.
5
Нил йылғаһының һыуҙары кәмер, Ул һайығып, ҡороп ҡалыр,
6
Уның канауҙары һаҫыр, Ҡушылдыҡтары һайығып кибер. Ҡамыш менән күрән шиңер.
7
Нил тамағындағы үҫемлектәр, Нил буйындағы баҫыуҙар ҡорор, Елгә осоп, юҡҡа сығыр.
8
Балыҡсылар ҡайғыға ҡалыр, Һыуға ҡармаҡ ташлаусылар һыҡтап илар, Йылғаға ау һалыусылар төшөнкөлөккә бирелер.
9
Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр, Туҡыусылар ағарынып ҡатыр.
10
Етен иләүселәр хәсрәткә батыр, Ялланып эшләүселәрҙең рухы һыныр.
11
Соған ҡалаһының башлыҡтары ниндәй ахмаҡ! Фирғәүендең аҡыллы кәңәшселәре тиле кәңәштәр бирә. Улар нисек фирғәүенгә: «Беҙ – аҡыл эйәләре тоҡомо, Боронғо батшалар нәҫеленән», – тип әйтергә баҙнат итә?
12
Эй фирғәүен, ҡайҙа һинең аҡыл эйәләрең? Хәҙер инде улар һиңә әйтһен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Мысырға ниндәй яҙмыш әҙерләгәнен белдерһен.
13
Соған башлыҡтары ахмаҡ булды; Ноф түрәләре үҙҙәрен үҙҙәре алдай; Мысыр ҡәбиләләренең башлыҡтары Мысырҙы юлдан яҙҙырҙы.
14
Раббы уларҙың зиһенен томаланы. Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы – Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып, Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана.
15
Һәм Мысырға бер нәмә лә ярҙам итә алмаҫ: Баш та, ҡойроҡ та, хөрмә ботағы менән ҡамыш та.
16
Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар.
17
Йәһүҙә ере Мысырҙы дәһшәткә төшөрәсәк. Уны иҫкә төшөргән һайын, улар Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға билдәләгән яҙмыштан дер ҡалтырап торасаҡ.
18
Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.
19
Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.
20
Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер.
21
Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр.
22
Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.
23
Ул көн Мысырҙан Ашшурға оло юл булыр. Ашшурҙар – Мысырға, мысырҙар Ашшурға йөрөр. Мысыр халҡы менән Ашшур халҡы бергәләшеп Раббыға сәждә ҡылыр.
24
Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер.
25
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға фатиха биреп: «Эй халҡым – Мысыр, ҡулдарымдың ижады – Ашшур һәм Үҙемдең биләмәм Исраил, фатихалы булығыҙ!» – тип әйтер.
← Chapter 18
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 20 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66