bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 29
Isaiah 29
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 28
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 30 →
1
«Эй Ариил, Ариил, Дауыт туплам ҡорған ҡала, башыңа – ҡайғы! Йылға йыл өҫтәлһен, Байрамдарың ҡабатланып торһон.
2
Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм, Ул зар илар, үкһер-һыҡтар. Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр.
3
Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон.
4
Түбәнһетелеп ергә ауырһың, шунан һөйләшерһең, Саң-туҙан араһынан тауышың ишетелер, Тауышың өрәк тауышы һымаҡ ер аҫтынан, Һүҙҙәрең бышылдау булып тупраҡ эсенән сығыр».
5
Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала
6
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.
7
Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем, Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе, Уға золом килтергәндәр бары бер төш, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
8
Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған, Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп, Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр.
9
Шаҡ ҡатығыҙ, аптырағыҙ, Күҙегеҙҙе һуҡырайтығыҙ, күрмәһен. Шарап эсмәйенсә иҫерегеҙ, Хәмер эсмәгән килеш тәнтерәкләгеҙ.
10
Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.
11
Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар.
12
Әгәр китапты наҙанға биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Мин уҡый белмәйем», – тип яуап ҡайтарыр.
13
Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.
14
Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр».
15
Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.
16
Был ни тиклем аҡылһыҙлыҡ! Көршәксе балсыҡ менән бер булырмы? Әйбер үҙен яһаусы хаҡында: «Мине ул эшләмәне!» – тип әйтерме? Сүлмәк үҙен яһаған һөнәрсе тураһында: «Ул бер нәмә лә аңламай», – тиерме?
17
Ливан тиҙ арала уңдырышлы баҫыуға, Уңдырышлы баҫыу иһә урманға әүерелмәҫме?
18
Ул көн һаңғырауҙар китап һүҙен ишетер, Һуҡырҙар ҡуйы ҡараңғылыҡтан күрә башлар.
19
Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап, Ярлы-мохтаждар шатланыр.
20
Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр.
21
Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.
22
Шуға күрә Ибраһимды йолоп алған Раббы Яҡуп нәҫеленә былай тиер: «Яҡуп башҡаса оятҡа ҡалмаҫ, Уға инде ағарынырға тура килмәҫ.
23
Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор.
24
Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер, Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр».
← Chapter 28
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 30 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66