bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 7
Isaiah 7
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 6
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 8 →
1
Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар.
2
Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.
3
Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.
4
Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!
5
Арамиҙар, Әфраим һәм Ремалъяһ улы менән бергә, һиңә ҡаршы яуыз ниәт йөрөтә. Әйтәләр:
6
„Әйҙә, Йәһүҙәгә барайыҡ, халҡына ҡурҡыу һалайыҡ, илде ҡулыбыҙға төшөрәйек һәм Тавеил улын батша итеп ҡуяйыҡ“».
7
Әммә Раббы Хаким былай ти: «Был эш барып сыҡмаясаҡ, ғәмәлгә ашмаясаҡ.
8
Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.
9
Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».
10
Раббы Ахазға тағы ла былай тине:
11
– Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.
12
Әммә Ахаз: – Һорамайым, Раббыны һынамайым, – тине.
13
Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?
14
Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.
15
Бала, ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, бал да май менән туҡланыр.
16
Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.
17
Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.
18
Ул көндө Раббы Мысыр йылғалары тамағындағы себенгә, Ашшур ерендәге бал ҡортона һыҙғырыр.
19
Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр.
20
Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.
21
Ул көндө бер тана менән ике һарыҡ аҫыраған кеше
22
улар биргән мул һөттөң эремсеген ашар. Илдә тороп ҡалғандар барыһы ла эремсек һәм бал менән туйыныр.
23
Ул көндө мең шекел көмөш торорлоҡ мең йөҙөм ағасы үҫкән урындар сәнскәк һәм билсән менән ҡапланыр.
24
Кешеләр унда уҡ менән йәйә тотоп йөрөр, сөнки бөтә ерҙе сәнскеле ҡыуаҡ ҡаплап алыр.
25
Ҡасандыр кәтмән менән йомшартылған тау биттәренә инде сыҡмаҫһың, сәнскеле ҡыуаҡлыҡтарҙан ҡурҡырһың; унда һыйырҙар йөрөр, һарыҡтар тапар.
← Chapter 6
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 49
Chapter 50
Chapter 51
Chapter 52
Chapter 53
Chapter 54
Chapter 55
Chapter 56
Chapter 57
Chapter 58
Chapter 59
Chapter 60
Chapter 61
Chapter 62
Chapter 63
Chapter 64
Chapter 65
Chapter 66
Chapter 8 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
49
50
51
52
53
54
55
56
57
58
59
60
61
62
63
64
65
66