bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 18
Job 18
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 17
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 19 →
1
Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине:
2
«Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.
3
Ниңә беҙ хайуан булып иҫәпләнәбеҙ? Күҙҙәреңә ахмаҡ булып күренәбеҙ?
4
Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?
5
Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.
6
Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
7
Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер.
8
Аяҡтары алып барып индерер тоҙаҡҡа, Үҙе барып баҫыр ҡапҡанға
9
Элмәк эләктерер бәкәленән, Тәпегә ул барып ҡыҫыласаҡ.
10
Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны, Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор.
11
Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.
12
Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.
13
Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар, Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр.
14
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
15
Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.
16
Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.
17
Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.
18
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
19
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
20
Көнбайышта йәшәгәндәр, уның яҙмышын ишетеп, тетрәнер; Көнсығыштағылар, уны күреп, дәһшәткә батыр.
21
Яуыздарҙың торлағы менән шул булыр, Тәҡдире шундай аллаһыҙҙарҙың».
← Chapter 17
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 19 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42