bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 39
Job 39
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 38
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 40 →
1
Тау кәзәләренең ҡасан бәрәсләргә тейешлеген беләһеңме? Боландарҙың быҙаулағанын күҙәткәнең бармы?
2
Быуаҙ йөрөгән айҙарын хисаплап сығара алаһыңмы? Тыуҙырыр мөҙҙәттәре еткәнен,
3
Теҙ сүгеп бәрәсләрҙәрен, Йөктәренән ҡотолорҙарын,
4
Бәрәстәре ҡырҙарҙа үҫеп, көсәйеп, Уларҙы ташлап китер, кире ҡайтмаҫын беләһеңме?
5
Кем ҡырағай ишәктәрҙе иреккә ебәрҙе, Кем уларҙың тышауҙарын өҙҙө?
6
Уларға төйәк итеп Мин даланы, Торлаҡ итеп тоҙло ерҙе бирҙем.
7
Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
8
Аҙыҡ эҙләп тау-таш ҡыҙыралар, Һәр бөртөк йәшел үләнде ҡалдырмай эҙләйҙәр.
9
Ҡырағай үгеҙ һиңә хеҙмәт итергә теләрме? Һинең утлыҡсаң янында төнәрме?
10
Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы? Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы?
11
Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?
12
Игенеңдең уңышын ташыуына, Ырҙыныңа илтеүенә ышанырһыңмы?
13
Ҡанаттарын ҡыуанып ҡаға дөйәғош: Ҡыҫҡа улар – әммә ниндәй мамыҡ-ҡауырый!
14
Туҙанда йылынып ятһын өсөн, Дөйәғош йомортҡаларын ергә ташлап китә;
15
Аяҡ аҫтында ярылып иҙелерен, Ҡырағай йәнлектәр тарафынан тапалырын аңламай.
16
Себештәренә ҡарата аяуһыҙ ул, әйтерһең дә улар ят; Тырышлығы бушҡа китер тип тә ҡурҡмай.
17
Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған, Аңлау ҡеүәһе бирмәгән.
18
Әммә тороп йүгерергә тотонһа, Атты ла, һыбайлыны ла көлкөгә ҡалдыра!
19
Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
20
Саранча һымаҡ сабырға өйрәттеңме? Ғорур кешнәүе ниндәй дәһшәтле;
21
Тояҡтары менән ерҙе сапсый, Көс-ҡеүәтенә сыҙаша алмай, Ҡурҡыу белмәй алышҡа ынтыла.
22
Хәүеф-хафа уның өсөн көлкө генә, Ҡылыс алдында ла артҡа сикмәҫ.
23
Өҫтөнә тағылған һаҙаҡта уҡ сыңлай, Һөңгө менән ҡалҡан ялтырай.
24
Ажарынан ул ерҙе кимерә, Борғо тауышына бейеп тора,
25
Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә. Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя, Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен, Яу оранын ишетә.
26
Ҡарсыға күктә һинең аҡылың менән кәйеләме, Ҡанат йәйеп, көньяҡҡа осамы?
27
Һинең бойороғоң менән күтәреләме бөркөт, Юғарыла үҙенә оя ҡорамы?
28
Ул ҡаяла төйәкләнә, Ҡәлғәһе – ҡая таштар, шунда төнөн үткәрә;
29
Шунан ул ҡорбанын күҙләй, Күҙҙәре алыҫ-алыҫтан күрә.
30
Ҡошсоҡтарын ҡан менән туйҙыра, Ҡайҙа үләкһә, ул шунда».
31
Раббы Әйүпкә былай тине:
32
«Һиңәме ни, эй бәхәссе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өйрәтергә? Алланы ғәйепләүсе Уға яуап ҡайтарһын!»
33
Шул саҡ Әйүп Раббыға былай тип яуап ҡайтарҙы:
34
«Мин һиңә яуап бирергә лайыҡ түгел, Ауыҙымды усым менән томалайым.
35
Мин бер әйттем – башҡаса дауам итеп тормайым, Ике әйттем, бүтән өндәшмәйем».
← Chapter 38
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 40 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42