bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 28
Job 28
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 27
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 29 →
1
Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар.
2
Тимер тупраҡтан ҡаҙып сығарыла, Баҡыр руданан иретелеп алына.
3
Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара.
4
Кеше йәшәмәгән төбәктәрҙә Руда эҙләп тәрән соҡор ҡаҙалар, Бер кем аяҡ баҫмаған алыҫ ерҙәрҙә Шул соҡорҙарға төшәләр, Бауға бәйләнеп эшләйҙәр.
5
Өҫтә икмәк үҫтергән ер Аҫта утта янып ирегән шикелле.
6
Таштарында зәңгәр яҡут йәшеренгән, Балсығынан алтын табыла.
7
Унда илткән юлды йыртҡыс ҡоштар белмәй, Ыласындың күҙе уны күрмәй.
8
Ҡырағай йәнлектәр ҙә йөрөмәй унан, Арыҫландың тәпәйе лә баҫмай бында.
9
Ә кеше саҡматаштай ҡаты ҡаяларҙы емерә, Тауҙарҙы төбө-тамырынан аҡтара;
10
Тау-таштарҙы соҡоп, тишеп үтә, Күҙҙәре бөтә хазиналарҙы күрә.
11
Йылғаларҙың инешенә барып етә, Йәшеренде яҡтыға сығара.
12
Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа?
13
Әҙәм балаһы уның баһаһын белмәй, Тереләр донъһында уны табып булмай.
14
Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ». «Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ.
15
Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ.
16
Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
17
Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел, Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ.
18
Ынйы-мәрйенде инде әйтеп тә тораһы юҡ; Аҡылдың ҡиммәте аҫылташтарҙан да өҫтөн.
19
Куштың хризолиты уға тиңдәш түгел, Саф алтын менән ул баһаланмай.
20
Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа?
21
Ул бөтә йән эйәләренең күҙенән дә, Һауалағы ҡоштарҙан да йәшерелгән.
22
Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр.
23
Уға алып барған юлды бары Алла белә, Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә.
24
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
25
Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,
26
Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
27
Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны.
28
Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».
← Chapter 27
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 29 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42