bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Numbers 17
Numbers 17
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 16
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 18 →
1
Раббы Мусаға былай тине:
2
– Исраилдарға әйт, һәр ырыуҙың башлығы берәрҙән һиңә йәмғеһе ун ике таяҡ бирһен, һәр таяҡҡа башлыҡтың исемен яҙып ҡуй.
3
Левиҙең таяғына Һарундың исемен яҙ. Һәр ырыу башлығынан бер таяҡ бирелергә тейеш.
4
Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.
5
Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.
6
Муса был һүҙҙәрҙе исраилдарға еткерҙе, һәм ырыу башлыҡтарының һәр береһе биргән таяҡтан барлығы ун ике таяҡ йыйылды, Һарун таяғы ла шулар араһында ине.
7
Муса таяҡтарҙы Килешеү сатырына Раббы ҡаршыһына һалды.
8
Иртәгәһенә Муса Килешеү сатырына инһә, ни күрә: Һарундың таяғы – Леви нәҫеленең таяғы – бөрөләнеп, сәскә атҡан, шунан баҙам сәтләүеге өлгөргән!
9
Муса, бөтә таяҡтарҙы ла Раббы ҡаршыһынан алып, халыҡ алдына сыҡты. Быны һәммәһе лә күрҙе. Ырыу башлыҡтарынан һәр кем үҙ таяғын таратып алды.
10
Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.
11
Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.
12
Исраилдар Мусаға былай тине: – Бына, беҙ үләбеҙ, һәләк булабыҙ, барыбыҙ ҙа харап була!
13
Раббы сатырына яҡын килгән һәр кем үлә. Барыбыҙ ҙа үлеп бөтөрмө икән ни?
← Chapter 16
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 18 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36