bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Numbers 27
Numbers 27
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 26
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 28 →
1
Йософ улы Менашше нәҫеленән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән донъяға килгән Селофхадтың ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. Улар Муса менән Әлғазар ҡаһин, башлыҡтар һәм бөтә йәмғиәт йыйылған Осрашыу сатыры эргәһенә килеп баҫты ла былай тине:
3
– Атайыбыҙ сүлдә үлеп ҡалды, ләкин Ҡорах яҡлылар менән Раббыға ҡаршы күтәрелгәндәр араһында түгел ине. Ул үҙ гонаһы өсөн үлде. Уның ир балалары булманы.
4
Улы булмаған өсөн атайыбыҙҙың исеме нәҫеленән юғалып ҡалырға тейешме ни? Атайыбыҙҙың туғандары араһында беҙгә лә өлөш бирһәңсе!
5
Уларҙың эшен Муса Раббыға еткерҙе.
6
Раббы Мусаға былай тине:
7
– Селофхад ҡыҙҙары хаҡ һөйләй. Уларға аталарының туғандары араһында биләмәгә ер бир, аталарының биләмәһе уларға күсһен.
8
Исраилдарға иғлан ит: әгәр берәйһе мәрхүм булһа һәм ир балаһы ҡалмаһа, биләмәһен ҡыҙҙарына бирһендәр.
9
Әгәр ҡыҙы ла юҡ икән, биләмәһен туғандарына бирһендәр.
10
Туғандары ла юҡ икән, атаһының туғандарына бирегеҙ.
11
Улары ла юҡ икән, биләмәһен уның нәҫеленән иң яҡын зат-зәүеренә мираҫ итеп тапшырығыҙ. Раббының Мусаға әмер итеүенсә, Исраил халҡына бирелгән ҡанун-ҡағиҙә шундай булһын.
12
Раббы Мусаға былай тине: – Ғаварим тауына мен дә Мин исраилдарға бирәсәк ерҙе ҡара.
13
Уны күргәндән һуң, ағайың Һарун кеүек, һин дә ата-бабаларың менән ҡауышырһың.
14
Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.
15
Муса Раббыға былай тине:
16
– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше
17
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
18
Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал,
19
Әлғазар ҡаһин ҡаршыһына, бөтә йәмғиәт алдына баҫтыр ҙа бөтәһе алдында уға етәкселекте тапшыр.
20
Бөтөн Исраил йәмғиәте уны тыңлаһын өсөн уға хакимлыҡ ҡөҙрәтеңдән өлөш сығар.
21
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
22
Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йушағты алып килеп, Әлғазар ҡаһин менән бөтә йәмғиәт ҡаршыһына ҡуйҙы.
23
Ҡулын уның башына һалды, үҙенә Раббы бойорғанса, уға етәкселекте тапшырҙы.
← Chapter 26
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 28 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36