bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Numbers 36
Numbers 36
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 35
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
1
Йософ улдарының нәҫелдәренән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәд нәҫеленең ғаилә башлыҡтары Мусаға һәм Әлғазар ҡаһинға, Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына
2
былай тине: – Раббы ерҙе һин хакимыбыҙға йәрәбә буйынса Исраил улдары араһында биләмә итеп бүлергә бойорғанда, һин хакимыбыҙға туғаныбыҙ Селофхадтың өлөшөн уның ҡыҙҙарына бирергә ҡушҡан.
3
Әгәр Селофхадтың ҡыҙҙары исраилдарҙың бүтән ырыуҙарынан берәйһенә кейәүгә сыҡһа, ул сағында ҡыҙҙарҙың өлөшө беҙҙән алынып, уларҙың ирҙәренекенә ҡушылыр, беҙгә йәрәбә буйынса тейгән ер кәмер.
4
Исраилдар Яңырыу йылына ингәндә, ҡыҙҙарҙың өлөшө уларҙың ирҙәренең ырыуына күсер, ата-бабаларыбыҙ ырыуының биләмәләренән алыныр.
5
Раббы ҡушыуы буйынса Муса исраилдарға былай тип бойорҙо: – Йософ ырыуы вариҫтары дөрөҫ һөйләй.
6
Селофхад ҡыҙҙары тураһында Раббы бына нимә тип бойора: «Улар күңелдәре тартҡан кешенең ҡатыны була ала, ләкин исраилдарҙың биләмәләре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен өсөн, үҙ аталары ырыуынан булған нәҫел кешеһенә генә кейәүгә сығырға тейеш, сөнки һәр кем үҙ ата-бабалары ырыуы биләмәләренә бәйле булырға тейеш.
8
Исраил халҡы ырыуҙарының береһендә ҡыҙ кеше атаһының ерен мираҫ итеп ала икән, ул атаһы ырыуындағы берәй нәҫелдең кешеһенә кейәүгә сыҡһын, шул саҡта ғына исраилдар үҙ ата-бабалары ерендә хужа булып ҡалыр.
9
Биләмә ерҙәре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен, һәр бер Исраил ырыуы үҙ ерҙәренә бәйле булһын».
10
Раббы Мусаға нисек бойорһа, Селофхад ҡыҙҙары шулай эшләне.
11
Селофхад ҡыҙҙары Махла, Тирса, Хогла, Милка һәм Ноға аталары яғынан ағайҙарының улдарына кейәүгә сыҡты.
12
Улар Йософ улы Менашшеның нәҫел-нәсәбендә ҡатын булды, шуға күрә ерҙәре үҙ ата-бабалары нәҫеленең ырыуында ҡалды.
13
Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында, Раббы Муса аша Исраил халҡына еткергән бойороҡ-ҡарарҙар ошоларҙан ғибәрәт.
← Chapter 35
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36