bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 1
Ezekiel 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 2 →
1
Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.
2
Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә
3
Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.
4
Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине.
5
Ут эсендә дүрт йән эйәһе күрҙем. Уларҙың күренеше былай: ҡиәфәттәре менән әҙәмгә оҡшағандар,
6
ләкин һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты бар.
7
Аяҡтары төҙ, аяҡ остары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора.
8
Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар. Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай:
9
ҡанаттары бер-береһенә тейеп тора. Йөрөгәндә был йән эйәләре боролмай, йөҙҙәре ҡайһы яҡҡа ҡарай, шул яҡҡа бара.
10
Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.
11
Йөҙҙәре шулай ине. Ҡанаттары юғарыға табан асылған. Һәр йән эйәһенең ике ҡанаты эргәһендәге йән эйәләренең ҡанатына тейеп тора, ә ҡалған ике ҡанат менән кәүҙәләрен ҡаплағандар.
12
Һәр береһе йөҙө ҡараған яҡҡа бара. Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, улар боролмайынса шунда бара.
13
Был йән эйәләренең ҡиәфәте утлы ҡуҙға оҡшаған. Ялпылдап янған ялҡын кеүек нәмә улар араһында тегеләй-былай йөрөп тора. Был ялҡындан туҡтауһыҙ йәшен ялтлай һәм балҡыш тарала.
14
Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә.
15
Йән эйәләренә ҡарап торғанымда һәр береһенең янында ерҙә берәр тәгәрмәс күрҙем.
16
Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине.
17
Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар.
18
Тәгәрмәстәренең туғыны бейек һәм ҡурҡыныс. Дүртеһенең дә туғыны бик күп күҙҙәр менән ҡапланған.
19
Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр ҙә күтәрелә.
20
Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, йән эйәләре шул яҡҡа бара. Тәгәрмәстәр ҙә улар менән бергә ҡалҡа, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине.
21
Йән эйәләре йөрөгәндә, тәгәрмәстәр ҙә бара. Йән эйәләре туҡтағанда, былар ҙа туҡтай. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине.
22
Йән эйәләренең баш осонда көмбәҙгә оҡшаған, гәлсәр кеүек емелдәп торған хайран ҡалдырғыс бер нәмә йәйелгәйне.
23
Көмбәҙҙең аҫтында һәр йән эйәһе ҡанаттарын янындағыларға табан йәйгән, ә ҡалған ике ҡанаттары кәүҙәләрен ҡаплай.
24
Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта улар ҡанаттарын һәлендерә ине.
25
Йән эйәләре ҡанат ҡағыуҙан туҡтағанда, баштары осондағы көмбәҙҙән бер тауыш ишетелә.
26
Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.
27
Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған.
28
Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 2 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48