bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 4
Ezekiel 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 3
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 5 →
1
Эй әҙәм улы, бер кирбес алып, уны алдыңа ҡуй ҙа өҫтөнә Йәрүсәлим ҡалаһын төшөр.
2
Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр.
3
Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр.
4
Шунан һулаҡай ҡабырғаңа ят, Исраил халҡының гонаһын йөкмә. Ошо яғыңда нисә көн ятаһың, шунса ваҡыт уларҙың гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең.
5
Уларҙың гонаһ ҡылған йылдарының һанына күрә Мин һиңә көндәр билдәләнем. Һин өс йөҙ туҡһан көн буйы Исраил халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең.
6
Билдәләнгән ваҡыт тулғандан һуң, уң яғыңа әйләнеп ят, Йәһүҙә халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәр. Һинең өсөн ҡырҡ көн – һәр йыл өсөн берәр көн билдәләнем.
7
Йөҙөңдө ҡамауҙағы Йәрүсәлимгә табан бор, еңеңде төр ҙә, ҡулыңды күтәреп, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.
8
Бына, ҡамалыу көндәрең тамамланғанға тиклем бер ҡабырғаңдан икенсеһенә әйләнеп ята алмаһын тип, Мин һине бау менән бәйләп һалам.
9
Бойҙай, арпа, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ, тары, борай ал да бер һауытҡа һал. Һин уларҙан үҙеңә икмәк бешер. Бер ҡабырғаңда ятҡан өс йөҙ туҡһан көн буйы уны ашаясаҡһың.
10
Бер көнлөк ризығың егерме шекел булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың.
11
Һыуҙы ла үлсәп кенә эс, бер һиндың алтынан бер өлөшө күләмендә бер үк ваҡытта эс.
12
Ризығыңды арпа көлсәһе һымаҡ ашарһың. Уларҙы кеше күҙе алдында, әҙәм тиҙәге яғып, өҫтөндә бешер.
13
Раббы былай тине: – Мин Исраил халҡын башҡа ҡәүемдәр араһына һөргөнгә ебәргәс, улар шулай хәрәм икмәк ашаясаҡ.
14
Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!
15
Ул миңә: – Ярай, – тине. – Икмәгеңде, әҙәмдеке урынына мал тиҙәге яғып, өҫтөндә бешерергә рөхсәт итәм.
16
Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. –
17
Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк.
← Chapter 3
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 5 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48