bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 35
Ezekiel 35
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 34
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 36 →
1
Миңә Раббы һүҙе булды:
2
– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сеғир тауҙарына бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.
3
Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм.
4
Ҡалаларыңды харабаға әйләндереп, һине кешеһеҙ ҡалдырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең.
5
Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең.
6
Шуға күрә Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һине ҡанға батырам. Ҡан һине эҙәрләйәсәк. Үҙеңдең ҡан түккәнеңә ытырғанмағаның өсөн, ҡан түгеү һине эҙәрләйәсәк.
7
Сеғир тауҙарын бушлыҡтарҙың бушлығына әйләндерермен. Унда килгән-киткән ҡалмаҫ.
8
Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр.
9
Һине мәңгегә бушлыҡҡа әйләндерәм, ҡалаларыңда һис кем йәшәмәҫ. Шул сағында Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.
10
Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең.
11
Шуға күрә Раббы Хаким былай тип белдерә: Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, уларҙы күрә алмауың арҡаһында ни тиклем көнләшкән һәм нәфрәтләнгән булһаң, Мин дә һинең менән шулай ҡыланасаҡмын. Һине хөкөм иткән ваҡытта халҡыма Үҙемде танытасаҡмын.
12
Шул саҡта Исраил тауҙарын: „Буп-буш ҡалдылар, йоторға тип беҙгә бирелделәр!“ – тип мыҫҡыл иткәндәреңде Мин Раббының ишеткәнен белерһең.
13
Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».
14
Раббы Хаким былай ти: «Бөтә ер йөҙөн ҡыуандырып, һине ер менән тигеҙләйәсәкмен.
15
Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».
← Chapter 34
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 36 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48