bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 42
Ezekiel 42
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 41
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 43 →
1
Теге кеше мине, төньяҡтағы юл менән тышҡы ихатаға алып сығып, асыҡ урынға һәм бина ҡаршыһында, уларҙан төньяҡта урынлашҡан бүлмәләргә алып килде.
2
Был бүлмәләр урынлашҡан бинаның ишеге төньяҡҡа ҡарай һәм оҙонлоғо – йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк ине.
3
Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.
4
Бүлмәләр алдында эске яҡтан инеү юлы бар; уның киңлеге – ун терһәк, ә оҙонлоғо – йөҙ терһәк; бүлмәләрҙең ишектәре төньяҡҡа ҡарай.
5
Өҫкө ҡаттағы бүлмәләр түбәнге һәм урталағы ҡаттағыға ҡарағанда тарыраҡ, сөнки улар алдындағы коридорҙар түбәнге һәм урта бүлмәләрҙекенә ҡарағанда киңерәк урын алып тора.
6
Өсөнсө ҡаттағы бүлмәләрҙең, ихаталағы һымаҡ, бағаналары юҡ, шуға күрә уларҙың иҙәне түбәнге һәм урта ҡаттағы бүлмәләрҙекенән аҙыраҡ урын алып тора.
7
Был бүлмәләргә һәм тышҡы ихатаға параллель бер тышҡы диуар бар ине. Уның оҙонлоғо – илле терһәк.
8
Шулай итеп, тышҡы ихата буйындағы бүлмәләрҙең оҙонлоғо илле терһәк кенә булып, ҡорамға ҡараған бүлмәләрҙеке йөҙ терһәк ине.
9
Был бүлмәләргә аҫтан, тышҡы ихатанан, инер өсөн көнсығыш яҡта инеү урыны бар.
10
Көньяҡта, тышҡы ихата диуарының буйынан-буйына, бина менән асыҡ урын эргәһендә бүлмәләр урынлашҡан,
11
улар алдында ла инә торған юл бар. Бүлмәләрҙең оҙонлоғо, киңлеге, сығыр юлдары, урынлашыу тәртибе лә, ишектәре лә төньяҡтағы бүлмәләргә оҡшаған ине.
12
Көньяҡтағы бүлмәләргә көнсығыштан, һаҡлаусы диуарға параллель булған инеү юлының башында урынлашҡан ҡапҡанан үтергә кәрәк.
13
Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.
14
Ҡаһиндар тышҡы ихатаға сыҡҡан саҡта Изге урында ғибәҙәт ҡылғанда кейгән кейемдәрен сисергә тейеш, сөнки был кейемдәр изге. Халыҡҡа торорға рөхсәт ителгән урынға сыҡҡанға тиклем улар башҡа кейем кейергә тейеш.
15
Ҡорам биләмәһенең эске яғын үлсәп бөтөргәс, ул мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡанан алып сығып, ҡорам биләмәһен тышҡы яҡтан үлсәй башланы.
16
Көнсығыш яғын үлсәү таяғы менән үлсәне, бөтәһе биш йөҙ терһәк ине.
17
Төньяҡтан үлсәне: барлығы биш йөҙ терһәк булды.
18
Көньяҡтан үлсәне: биш йөҙ терһәк булды.
19
Шунан көнбайышҡа ҡараған яҡҡа боролдо һәм таяғы менән уны үлсәне, биш йөҙ терһәк булды.
20
Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.
← Chapter 41
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 43 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48
Recommended Reading
Commentary
Ezekiel Commentaries
→
Devotional
Ezekiel Devotional Guide
→
Get This Bible
Bashkir (Изге Яҙма) Study Bible
→