bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 46
Ezekiel 46
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
← Chapter 45
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 47 →
1
Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.
2
Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын.
3
Һәр шәмбе көнөндә һәм Яңы ай байрамдарында ил халҡы, ошо ҡапҡа алдында тороп, Раббыға сәждә ҡылһын.
4
Шәмбе көндө, хаким Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.
5
Хаким тәкә менән бергә бер эфа он, ә бәрәстәр менән күпме теләй шул тиклем он алып килер. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш.
6
Яңы ай байрамында кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерһен.
7
Башмаҡ һәм тәкә менән бергә, икмәк саҙаҡаһы итеп, берәр эфа он, ә бәрәстәр менән бергә үҙе теләгән күләмдә он бирһен. Һәр эфа он менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш.
8
Хаким эскә ингәндә ҡапҡа айуаны аша керер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр.
9
Ил халҡы байрамдарҙа Раббы хозурына сәждә ҡылыр өсөн килгәндә, төньяҡ ҡапҡанан ингәндәре – көньяҡ ҡапҡанан, көньяҡ ҡапҡанан ингәндәре төньяҡ ҡапҡанан сығыр. Һис кем ингән ҡапҡаһынан сығырға тейеш түгел, ә ҡаршы яҡ ҡапҡанан сыҡһындар.
10
Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын.
11
Байрамдарҙа һәм билдәләнгән тантаналарҙа бер башмаҡ һәм бер тәкә менән бергә – берәр эфа, ә бәрәстәр менән бергә теләгән тиклем икмәк саҙаҡаһы килтерелһен. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелһен.
12
Хаким Раббыға үҙ ихтыяры менән тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары бирергә теләһә, уға көнсығыштағы ҡапҡаны асырға тейештәр. Тотош яндырыу ҡорбанын һәм татыулыҡ ҡорбанын ул шәмбе көнөндәге кеүек тәҡдим итер. Шунан һуң хаким сығып китер һәм, ул сыҡҡандан һуң, ҡапҡаны бикләрҙәр.
13
Һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ бер йәшлек һарыҡ бәрәсе килтер, һәр көн иртән, килтер уны.
14
Уның менән бергә һәр көн иртән, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, эфаның алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән он һәм онға бутау өсөн һиндың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән зәйтүн майы килтер. Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтереү тураһында мәңгелек ҡағиҙә бына шундай.
15
Һәр көн иртән, тотош яндырыу ҡорбаны итеп, һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы һәм зәйтүн майы килтерелергә тейеш».
16
Раббы Хаким былай ти: «Әгәр ҙә хаким улдарының береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был ер улының улдарына ла мираҫ булып ҡалырға тейеш. Был мөлкәт уларҙың мираҫы буласаҡ.
17
Әгәр хаким хеҙмәтселәренең береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был биләмә азатлыҡ йылына тиклем генә хеҙмәтсенеке буласаҡ, артабан хакимдың үҙенә кире ҡайтарыласаҡ. Хакимдың ерҙәре бары тик улдарына ғына күсә, уларҙыҡы ғына була ала.
18
Хаким, халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙ биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».
19
Шунан һуң теге кеше мине ҡапҡа эргәһендәге инеү урынынан ҡаһиндарға тәғәйенләнгән изге бүлмәләргә алып килде. Улар төньяҡҡа ҡарап тора ине. Был бүлмәләрҙән һуң көнбайышта бер урын бар ине.
20
Ул миңә: – Был – ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел.
21
Шунан ул мине тышҡы ихатаға алып сыҡты, ихатаның дүрт мөйөшөнә лә йөрөтөп күрһәтте. Һәр бер мөйөшөндә бәләкәсерәк ихата бар ине.
22
Тышҡы ихатаның дүрт мөйөшөндә ҡырҡ терһәк оҙонлоғонда, утыҙ терһәк киңлегендә ҡоймаланған ихаталар бар, һәм барыһы ла бер үк үлсәмдә ине.
23
Дүрт ихатаны ла таш диуар уратҡан, диуарҙың эргәһендә ашарға бешерә торған урындар бар ине.
24
Ул кеше миңә: – Былар – ҡорамда хеҙмәт итеүселәр халыҡ килтергән ҡорбан иттәрен бешерә торған йорттар, – тине.
← Chapter 45
Jump to:
Chapter 1
Chapter 2
Chapter 3
Chapter 4
Chapter 5
Chapter 6
Chapter 7
Chapter 8
Chapter 9
Chapter 10
Chapter 11
Chapter 12
Chapter 13
Chapter 14
Chapter 15
Chapter 16
Chapter 17
Chapter 18
Chapter 19
Chapter 20
Chapter 21
Chapter 22
Chapter 23
Chapter 24
Chapter 25
Chapter 26
Chapter 27
Chapter 28
Chapter 29
Chapter 30
Chapter 31
Chapter 32
Chapter 33
Chapter 34
Chapter 35
Chapter 36
Chapter 37
Chapter 38
Chapter 39
Chapter 40
Chapter 41
Chapter 42
Chapter 43
Chapter 44
Chapter 45
Chapter 46
Chapter 47
Chapter 48
Chapter 47 →
All chapters:
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
32
33
34
35
36
37
38
39
40
41
42
43
44
45
46
47
48